Йәмғиәттә милли художество һөнәренә - башҡорт шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, «башҡорт мамыҡ шәле» брендын булдырыу, халыҡ оҫталарының һөнәри кимәлен күтәреү, тәжрибә алмашыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған был үҙенсәлекле байрам республикабыҙҙың 150нән ашыу иң оҫта шәл бәйләүселәрен йәнә үҙенең майҙанында йыйҙы. Был ҡул оҫталары байрамында һәр ваҡыттағыса «Стәрлебаш биҙәктәре» (етәксеһе Зөлфиә Вапаева) мамыҡ шәл оҫталары халыҡ клубы иҫ киткес сығыш яһаны. Коллектив шәлдәр күргәҙмәһен шул тиклем йәйелдерҙе, хатта йыйылыусылар стәрлебаштарҙың экспонаттарын ҡарап туя алманы. Сөнки уларҙың изделиеларын, ойоштороусыларҙан тыш, аҡ бөҙрә кәзәкәй һәм уның ҡупшы мөгөҙлө дуҫы күрһәтте. Улар жюри ағзаларын һәм байрамда ҡатнашыусыларҙы ысын кәзә ҡымыҙы һәм Стәрлебаш бауырһағы менән һыйланы. Уларҙың ролдәрен шәл бәйләү оҫталары Илһам Вәлиуллин һәм Венера Латипова башҡарҙы. Ә өҫтәлдәргә һәм стендтарға ҡуйылған Стәрлебаш ҡул оҫталарының мамыҡ һәм селтәрләп бәйләнгән шәлдәре иҫ киткес һоҡланғыс ине. Улар һатып алыусыларҙың ҙур һорауы менән файҙаланды. Әсәһенә бүләк эҙләп күргәҙмәгә килгән бер ғаилә пары «Ҡәҙерле әсәйемә» тип биҙәп яҙылған махсус бәйләнгән шәлде һайлап алды. Стәрлебаш командаһы Әсә көнөнә бағышланған «Реклама ролигы» ижади конкурсы сиктәрендә сағыу театрлаштырылған сығыштары (сценарий авторы Зөлфиә Ғиззетдинова) менән бары тик ыңғай баһаға лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ шәл бәйләү оҫталары Дипломдар менән бүләкләнде (улар араһында республикала берҙән-бер ирегет Илһам Вәлиуллин), ә ижади төркөм Маҡтау грамотаһына һәм Дипломға