Новости
13 Декабрь 2017, 13:17

Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүгә Кремль шыршыһына бара

Быйыл Кремлдә Яңы йыл шыршыһы 26 декабрҙә үтә. Башҡортостандан Мәскәүгә 140 кешенән торған делегация бара. Уларҙан 114 кеше 8-13 йәштәге уҡыусы һәм 28-е оҙатып барыусы (педиатрҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар).

Юлламалар уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәргә, активистарға – Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте лидерҙарына бирелде. Бынан тыш, төп яңы йыл тантанаһына күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәт ветерандарының балалары бара.
Дәүләт Кремль һарайында уҙасаҡ дөйөм Рәсәй яңы йыл шыршыһынан тыш, балалар өсөн Измайлов Кремле һәм башҡа урындар буйлап экскурсия ойошторола. Был сәфәргә аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. 25 декабрҙә иртәнсәк делегация Мәскәүгә шыршы байрамына оса, 27 декабрҙә Өфөгә әйләнеп ҡайта, тип аңлаттылар Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
"Башинформ" агетлығынан.
Читайте нас