Бүләк уйнатыуҙы үткәргән район гәзите мөхәррире М.М.Ғәниев йыйылыусыларға гәзитебеҙгә тоғро булғандары өсөн рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә яратҡан баҫмалары менән айырылмаҫтар, тигән ышаныс белдерҙе. Традицияға ярашлы, еңеүселәрҙе билдәләүҙе бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә ышанып тапшырҙылар. Төрлө кешеләр йәшниктән бәхетлеләрҙең исемдәре яҙылған дүрт
квитанцияны тартып сығарҙы. Бына улар - район үҙәгендә йәшәүсе Сәриә Ғәлимова һәм Гүзәл Ғәлиева, Табылды ауылынан Наил Абдрахманов һәм Айҙарәленән Сабирйән Хәкимов (һүрәттә). Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ә башҡа ҡатнашыусыларға бүләк отмаһағыҙ ҙа, аҙнаһына ике тапҡыр гәзит менән өйҙәрегеҙгә район тормошо тураһында яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, бер һүҙ менән әйткәндә, мөһим һәм кәрәкле мәғлүмәт киләсәк тип әйтке килә.
Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.