Алты йыл рәттән «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» йәмғиәте һәм Рәсәй Почтаһы киң күләмле акция үткәрә, унда республиканың бөтә халҡы ла ҡатнаша ала. Быйыл электр энергияһы өсөн ваҡытында түләгән ҡулланыусыларҙы 10 заманса көнкүреш техникаһы һәм «Рәсәй Почтаһы»ның махсус бүләктәре көтә. Акцияла ҡатнашыу өсөн ҡулланылған электр энергияһы өсөн һеҙгә уңайлы ысул менән -
www.bashesk.ru сайтында Клиенттың шәхси кабинеты аша, почта бүлексәләрендә йәки Башҡортостан Республикаһының төрлө банкында 2017 йылдың 15 сентябренән 15 декабренә тиклем түләргә кәрәк; һуңғы ярты йыл эсендә «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» йәмғиәте алдында бурыстарығыҙ булмаҫҡа; һеҙ 18 йәштән өлкән булырға тейеш. Еңеүселәрҙең шәхси иҫәптәре «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» вәкилдәренән торған комиссия тарафынан осраҡлы һайлау ысулы менән һайлап алынасаҡ. Еңеүсе булған шәхси иҫәп эйәләренә еңеүҙәре тураһында телефон аша йәки ҡотлау менән рәсми хат ебәреү юлы менән хәбәр ителәсәк. - «Ышаныслылар өсөн бүләктәр» акцияһы беҙҙе өсөн изге традицияға әүерелде, - тип һөйләй «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Травкин. - Ҡулланыусыларҙың күбеһе электр энергияһы иҫәптәрен түләү мәсьәләһенә яуаплы ҡарай, һәм был акция тап уларға рәхмәт белдереү мөмкинлеген бирә. Акция тураһында тулараҡ мәғлүмәтте электр энергияһы менән тәьмин итеүсе «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» йәмғиәтенең
www.bashesk.ru сайтында һәм клиенттар офисы хеҙмәткәрҙәрендә белергә мөмкин. Еңеүселәр ағымдағы йылдың 26 декабренә тиклем билдәләнәсәк.