Новости
12 Декабрь 2017, 08:32

Ветерандар иғтибарына!

14 декабрҙә 11.00 сәғәттә район Мәҙәниәт йортонда Стәрлебаш район ветерандар советының сираттағы пленумы була.

Көн тәртибендә:

1. «Башҡортостан Республикаһы һәм Стәрлебаш ветерандары йәмәғәт ойошмаһының 30 йыллығы тураһында».

2. «Стәрлебаш район ветерандар советының иң яҡшы беренсел ветерандар ойошмаһы» конкурсына йомғаҡ яһау. Пленум тамамланғандан һуң ветерандар ҡатнашлығында үҙешмәкәр сәнғәт артистары ҡатнашлығында концерт була. Теләгәндәрҙе пленум эшендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Стәрлебаш район ветерандар советы.
Читайте нас