* Элек өләсәйҙәр һуғанды уртаға киҫеп, шуның менән ипләп кенә янған ерҙе ышҡыған. Шунан йыуғандар.
* Кизе-мамыҡ йәки киндер туҡыманан тегелгән кейемдәге үтек эҙен натрий тоҙо (бура) һөртөп бөтөрөүселәр бар. Ул дарыуханаларҙа, хужалыҡ тауарҙары һатылған магазиндарҙа була. Бер сәй ҡалағы натрий тоҙон бер стакан һыуҙа иретергә кәрәк. Һуңынан кейемде ғәҙәттәгесә йыуалар.
* Ебәк әйберҙәге ялтырап торған эҙҙе бөтөрөү өсөн аш содаһын һыуҙа ебетеп, шуны һылап ҡуйырға, кипкәнен көтөргә кәрәк.
* Аҡ әйберҙәге үтек эҙенән бер сәй ҡалағы водород перекисы, ярты стакан һыу һәм 3 – 4 тамсы нишатыр спиртынан торған ҡушылма ярҙамында ҡотолоусылар бар.
* Бер ни ҙә ярҙам итмәһә, ә кейемегеҙ бик ҡәҙерле булһа, химик таҙартыу пунктына мөрәжәғәт итергә тура килә инде. Тик унда эшләгән хеҙмәткәрҙәргә үҙегеҙ эшләп ҡараған процедуралар тураһында әйтергә онотмағыҙ.