Новости
12 Декабрь 2017, 09:25

Штрафты ваҡытында түләргә кәрәк

11 декабрҙән 21 декабргә тиклем район территорияһында «Бурыслы» оператив-иҫкәртеү саралары үткәрелә, улар граждандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырғанда язаның ҡотолғоһоҙлоғо буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген күтәреүгә һәм бюджеттың килем өлөшөн тулыландырыуға йүнәлтелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһының «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында»ғы кодексына ярашлы, административ штраф яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше тарафынан штраф һалыу хаҡында ҡарар үҙ көсөнә ингән көндән һуң 60 көндән дә һуңламай банк йәки башҡа кредит ойошмаһы аша түләнергә тейеш. Административ штраф закон менән билдәләнгән ваҡыт эсендә түләнмәһә, был ҡарарҙы сығарған судья, орган, вазифалы кеше, уны көсләп үтәтеүҙән тыш, штраф түләмәүсене РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.25-се статьяһы 1-се өлөшөнә ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Унда түләнмәгән административ штраф суммаһын икеләтә арттырыу (әммә ул бер мең һумдан да кәм булырға тейеш түгел), ун биш көнгә тиклем ҡулға алыу, йәиһә 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәргә йәлеп итеү ҡаралған.

Зилиә ХӘМИҘУЛЛИНА, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы буйынса административ законды үтәү буйынса өлкән инспекторы.
Читайте нас