Новости
4 Декабрь 2017, 12:46

Ветерандар өсөн ярыш

Ветерандарҙың социаль әүҙемлеген арттырыу һәм «Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районында ветерандарға, ветерандар хәрәкәтенә ярҙам» муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында, 6 декабрҙә Стәрлебаш ауылының «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында ветерандар араһында йыл һайын үткәрелгән район фестивале уҙғарыласаҡ.

Фестивалдә 1 төркөм - 55-59 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр, 2 төркөм - 60-69 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр, 3 төркөм - 70 йәш һәм унан өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр ҡатнаша ала. Уларҙы алты һынау көтә арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү гимнастик эскәмйәләторған килеш аяҡты бөкләмәй алға эйелеү ултырып йәки баҫып терһәкте өҫтәлгәтерәгән килеш пневматик винтовканан атыу, йөҙөү тупты кәрзингәырғытыу, дартс.
Ярыштарҙы асыу 11.00 сәғәттә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-960-391-79-39.
Читайте нас