Новости
3 Декабря 2017, 12:20

Райондың суд хеҙмәткәрҙәре өсөн икеләтә юбилей

3 декабрҙә Рәсәйҙә Юрист көнөн билдәләйҙәр. Байрам алдынан беҙ Стәрлебаш район-ара суды рәйесе И.С.Семенов (һүрәттә) менән әңгәмәләштек.

- Иван Сергеевич, ниндәй әһәмиәтле ваҡиғалар булды һәм яҡын арала суд системаһында ниндәй яңылыҡтар көтөлә?
- А ғ ы м д а ғ ы й ы л д а Б а ш ҡ о р т о с т а н Республикаһында суд системаһын булдырыуға 95 йыл тула. Ошо ваҡиға хөрмәтенән республикала төрлө саралар үткәрелде. Был суд аппараты судьялары һәм хеҙмәткәрҙәре араһында «Фемида таланттары» конкурсы, балалар өсөн «Суд балалар күҙҙәре менән» һүрәттәр конкурсы, йүгереү, мини-футбол, бильярд һәм шахмат ярыштары, ағастар ултыртыу. Быйыл Стәрлебаш район-ара суды шулай уҡ 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан редакция төркөмө менән «Стәрлебаш район-ара судына-85» тип аталған китап нәшер итеүгә әҙерләнә. Ул суд булдырылыу тарихына, яҡташтарыбыҙға, суд ветерандарына, шулай уҡ әлеге мәлдә район- ара судында эшләүселәргә бағышлана. Бынан тыш, 2017 йылда судтарҙа электрон документтарҙы тапшырыу яңы тәртиптә эшләй башланы. Суд акттары хәҙер ҡағыҙҙа ғына түгел, электрон формала ла әҙерләнә. Киләһе йылда үҙгәрештәр ғәмәлгә инәсәк, улар суд эше барышында суд ултырышында ҡатнашыусыларҙың ролен арттырасаҡ. Улар район һәм гарнизон хәрби судтарында суд ултырыштарында ҡатнаша аласаҡ, был элек Рәсәй Енәйәттәр законында бөтөнләй юҡ ине. Присяжныйҙарҙың район кимәлендәге судтарҙа ҡатнашыуы шундай судтарҙың статусын нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Отставкалағы судья А.И.Ғиззәтуллиндың ғәйәт ҙур тәжрибәһе, ғәҙел, намыҫлы булыуы, юғары әхлаҡи һәм кешелеклек сифаттары беҙҙең өсөн һәр ваҡыт үрнәк булды һәм буласаҡ. Беҙҙең судта күп йылдар эшләгән суд аппараты хеҙмәткәрҙәрен дә иҫкә алмайынса мөмкин түгел. Былар - үҙ эшенә тоғро һәм 40 йылдан ашыу эшләгән алыштырғыһыҙ суд ултырышы секретарҙары, кәнсәләр эше секретары Л.М.Ғиззәтуллина һәм З.Б.Сәлимова, принципиаль һәм белемле суд секретары Е.М.Чернова, эшһөйәр үҙфекерендәныҡлы тороусы һәм әлеге көндәләбеҙгә эштә ғәйәт ҙур ярҙам күрһәткән I разрядлы белгес З.М.Әминова. Хөрмәтле ветерандарыбыҙ ғәйәт ҙур эш башҡарған. Уларға һөнәрҙәренә тоғро һәм яуаплы булғандары, көстәрен һәм ваҡыттарын йәлләмәйенсә суд мәнфәғәтендә эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерге килә.
- Ә бөгөн ғәҙел хөкөм һағында торғанх еҙмәттәштәрегеҙгә нимә теләр инегеҙ?
- Хеҙмәттәштәремә ныҡлы сәләмәтлек, көс-дәрт, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ законға хеҙмәт итеү эшендә яңы һөнәри уңыштар, ғаиләләренә һәм туғандарына именлек, бәхет теләйем!
Розалия ИБРАҺИМОВА, Стәрлебаш район-ара судының матбуғат-хеҙмәте.





- Юбилей алдынан ғүмеренең күп өлөшөн судта эшләүгә бағышлағандарҙы билдәләп үтмәү мөмкин түгел.


- Был планда, тәү сиратта, 1994 йылдан алып 2013 йылға тиклем суд рәйесе булып эшләгән Р.Ғ.Бакировты билдәләп үтке килә, ул районда суд статусын, судтың бойондороҡһоҙлоғон нығытыуға, суд власы булдырыуға тос өлөш индерҙе. Ул башҡаларҙан юғары һөнәри оҫталығы, яуаплылығы һәм ғәҙеллеге менән айырылып торҙо. Судта 25 йыл эшләгән
Читайте нас