Йыл һайын ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Бөтә Рәсәй юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандары һаны тотош донъя буйынса йыл һайын арта. Бер йыл эсендә юлда миллиондан ашыу кеше һәләк була, 20-50 миллион кеше төрлө йәрәхәт ала, күптәре ғүмерлеккә инвалид булып ҡала. Статистика буйынса - юл-транспорт фажиғәһендә зыян күреүселәрҙең 70 процентының һәләк булыуы - фажиғә шаһиттарының ғәмһеҙлеге арҡаһында. Шуға ла һәр ҡайһыбыҙға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү һәм үтәү генә түгел, беренсе медицина ярҙамын дөрөҫ күрһәтә белеү ҙә мөһим. 27 ноябрҙә, район үҙәгендә, «Нур» магазины алдындағы майҙанда, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре үҙәк район дауаханаһы менән берлектә Бөтә Рәсәй юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә бағышланған «Ә һин ярҙам итә алаһыңмы?» девизы аҫтында республика акцияһына ҡушылды. Был акцияның маҡсаты ябай: беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса белемде тикшереү, үҙҙәренә һәм тирәяҡтағыларға ярҙам күрһәтеүбуйынса халыҡтыңбелемен арттырыу, юл-транспорт фажиғәһе проблемаһына халыҡтыңиғтибарын йәлеп итеүһәм граждандарҙы зыян күреүселәргәберенсе ярҙам күрһәтеүоҫталыҡтарына өйрәтеүгәәйҙәү Юл- патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылған ундан ашыу водитель был көндөберенсе ярҙам күрһәтеүбуйынса «имтихан» тапшырҙы. «Имтихан ҡабул итеүселәр» - үҙәк район дауаханаһыныңбаш табибы И.И.Яппаров етәкселегендәмедицина хеҙмәткәрҙәре уларға беренсе ярҙам күрһәтеүгәҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Мәҫәлән, туҡтамай ҡан аҡҡанда нисек итеп дөрөҫжгут һалырға? Зыян күреүсенеңҡулы йәки аяғы һынған осраҡта ни эшләргә Автомобиль аптечкаһында ниндәй дарыуҙар булырға тейеш һб.? Водителдәр араһында һорауҙарға бик тиҙяуап биреүселәр ҙә ауырһынғандар ҙа булды. Бик ҡыҙыҡлы факт асыҡланды, акцияла ҡатнашҡан автомобиль хужаһыныңмашина йөрөтөүтәжрибәһе ни тиклем күберәк, ярҙам күрһәтеүбуйынса белеме шул тиклем кәмерәк, һәм киреһенсә ЮХХДИ һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта граждандарҙы ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы. Беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүоҫталығына эйә булһаң тағы ла яҡшыраҡ. Был кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, бәлки.
Руслан ХИСАМОВ, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты водителе: шәхсән миңә һорауҙар ауыр булманы. Дөрөҫ яуап бирҙем. Беренсе медицина ярҙамы оҫталыҡтарын тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәренән беләм, армияла ла өйрәндек. Әлеге ваҡытта мин эшләгән предприятиела был һорауға ҙур иғтибар бирелә, сөнки беҙ, водителдәр, һәр ваҡыт юлда, ә унда төрлө хәлгә тарырға мөмкин, шуға ла һәр нимәгә әҙер булырға кәрәк.