

Әлфиә Минира менән Мостафа Сәлиховтарҙың ишле ғаиләһендә, көҙҙөң иң сағыу, матур мәлендә донъяға килә. Көҙгө тәбиғәт айырыуса һоҡланғыс, миләш тәлгәштәре ҡып-ҡыҙыл булып янып ултыра, рус шағиры Пушкин да көҙ миҙгелен айырыуса үҙ итә, шиғриәтендә сағылдыра. Әлфиәнең атаһы билдәле Аҡанаевтар, ә әсәһе Күсәрбай дворяны Аҡсулпановтар нәҫеленән.
Мостафа Хажиғәли улы ғүмер буйы колхозда эшләй. Алдынғы механизатор тәүгеләрҙән булып сөгөлдөр үҫтереүҙең яңы ысулын үҙләштерә, һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн дәүләт наградаһы - Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Минира Шәйбәк ҡыҙы шулай уҡ колхозда лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә: ырҙын табағында, фермала, урмансылыҡта эшләй, сөгөлдөрсө була. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ул ваҡытта бөтә ауыл хужалығы эштәренә лә йәлеп ителә. Сәлиховтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә.
Әлфиә йәше буйынса беренсе класҡа барған балаларҙан кесерәк була. Башланғыс класс уҡытыусыһы ҡәтғи рәүештә уны беренсе класҡа алырға ҡаршы була. Әле бәләкәй, киләһе йылға уҡырға барыр, ти. Шулай ҙа бер нисә көнгә беренсе класс уҡыусылары менән бергә йөрөргә рөхсәт итә. Тиҙҙән парта артында ултырыу ялҡытыр тип уйлағандыр, моғайын. Әммә ул уйлағанса булмай шул! Әлфиә бик тырыша, башҡаларҙан ҡалышмай, һәм уҡытыусы уның фамилияһын исемлеккә индерә. Шулай итеп ул мәктәптә уҡый башлай.
Әлфиә яҡшы өлгәшә, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Табип булырға хыяллана: "Советская Башкирия" гәзитенән, "Здоровье" журналынан медицина тураһында мәҡәләләрҙе киҫеп алып йыя, дарыу үләндәре йыйып дарыуханаға тапшыра. Һигеҙенсе класты "5" билдәләренә генә тамамлағас, медицина училищеһына уҡырға инергә йыйына. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл итә. Минира Шәйбәк ҡыҙы урындағы медицина пунктына барғас, фельдшер эшенең күпме көс, түҙемлек талап итеүен күреп фекерен ҡырҡа үҙгәртә, һәм ҡыҙына тынысыраҡ һөнәр һайларға кәңәш итә: "Ҡыҙым, бүлмәлә генә ултырып, аҡса һанарһың!", ти. Әлфиә хыялынан баш тартмай, ә ата-әсәһенең һүҙен тыңлап риза була.
Тесты уңышлы үтеп, ул технология техникумы студенкаһы була. Шәп, әүҙем ҡыҙҙы шунда уҡ староста итеп һайлайҙар. Утыҙ студенттың ун дүрте "5" билдәләренә генә өлгәшә, ҡалғандары ла төркөмдә әүҙем була һәм яҡшы уҡый. Ятаҡта татыу, дуҫ булып йәшәйҙәр. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, табип һөнәре тураһында хыялланған ҡыҙ һандар донъяһын үҙ итә. Аҡ халат кеймәһә лә, уның иғтибарлы булыуы, яуаплылығы бухгалтерия өлкәһендә уңышлы эшләргә ярҙам итә.
"Беҙҙе мәктәптә лә, техникумда ла тәжрибәле педагогтар, үҙ эшенең оҫталары уҡытты. Беҙгә ныҡлы белем бирҙе, сыҙамлы, тырыш булырға өйрәттеләр. Мин уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен", - тип һөйләй ул йылдар тураһында Әлфиә Мостафа ҡыҙы. Хеҙмәт юлын ул 1984 йылда, тыуған районында Көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү йортонда икенсе диспетчер булып башлай. Эшкә урынлашыуының икенсе айында уға 18 йәш тула. Уға күп итеп торттар, ҡаплы шоколадтар бүләк итәләр. "Мин үҙемде кәрәкле һәм мөһим хеҙмәткәр итеп хис иттем", - тип көлә ул. Артабан уны бухгалтерияға эшкә күсерәләр. Унда тәжрибәле, төплө белемле остаздар уны эшкә өйрәтә. Бының өсөн тәүге хеҙмәт коллективына рәхмәтле ул.
Студент йылдарында уҡ Ибраҡай ауылы һылыуы Әлфиә Мәҡсүт ауылы егете Инсаф Дәүләтшин менән таныша. Ауыл клубында тәүге осрашыуҙан һуң Инсаф Әлфиәне өйөнә тиклем оҙата. Бына шулай башлана уларҙың дуҫлығы. Оҙон буйлы, ҡара күҙле матур егет һәм оҙон ҡара сәсле, йәшел күҙле ҡыҙ бер нисә йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң яҙмыштарын бергә бәйләргә ҡарар итә, ныҡлы ғаилә ҡоралар. Улар икеһе лә эшһөйәр, тырыш, бер-береһен аңлап йәшәйҙәр. Ҙур, күркәм йорт һалалар. Өйҙә лә, хужалыҡтарында ла һәр ерҙә бөхтәлек, таҙа һәм тәртип.
"Көнкүреш хеҙмәттәр күрһәтеү йортонда эшләгән йылдарҙа улыбыҙ Илсур һәм ҡыҙыбыҙ Лилиә тыуҙы. Декрет ялынан һуң мин унда эшкә сыға алманым, тарҡатып шәхси милеккә биргәйнеләр. Атайымдың кәңәше буйынса хеҙмәт юлымды тыуған ауылымда, колхозда дауам иттем. Мине баш бухгалтер итеп эшкә алдылар. Был осор йыл аҙағы ине, миңә ул ваҡытта Ғиззәтуллина Наилә Ҡадир ҡыҙы бик ярҙам итте, хупланы: "Һин булдыраһың, иң мөһиме, иң беренсе инвентаризация үткәр", тине. Мин уның кәңәшен тыңланым. Йыллыҡ отчетты ла эшләп ҡуйҙым, - тип дауам итә хәтирәләрен Әлфиә Мостафа ҡыҙы. - Ә биш йылдан миңә райондың Пенсия фондында эш тәҡдим иттеләр. Һәм 24 йыл дауамында мин ҙур, татыу коллективта баш бухгалтер вазифаһын алып барҙым. Беҙ ҙур ғаилә кеүек булдыҡ. Пенсия фонды территорияһында күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләргә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Төп эшебеҙҙән тыш, беҙ райондың мәҙәни тормошонда йыш ҡатнаштыҡ. Район конкурстарында беҙ беренсе урындар алдыҡ. Ошо йылдар эсендә мин ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамланым, кесе ҡыҙыбыҙ Камила тыуҙы".
Һуңынан оптималләштереү, яңы бурыстар, яңы вазифа. Һәм ул тағы ла юғалып ҡалмай. Күптәнге хыялы тормошҡа ашып, табип булмаһа ла, дауаханала баш бухгалтер булып эшкә урынлашҡас, ул йылмайып: "Табип булмаһам да, аҡ халатлы кешеләр араһында эшләйем. Мин уларҙы бик хөрмәт итәм", тип әйтә.
Әлфиә Мостафа ҡыҙы үҙенә талапсан, яуаплы, тырыш ханым. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, яратҡан эшенә бар күңелен һала, һәр ваҡыт белемен камиллаштыра. Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы коллективында ла уны хөрмәт итәләр.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, бер аҙ ял итә, өйҙәге эштәрен башҡара, хатта сит илгә ялға ла барып ҡайта. Әммә... яратҡан эшһеҙ тормош күңелһеҙ булыуын аңлай. Әле һөнәре буйынса эшләргә көсө етерлек. Ул өйҙә ҡул ҡаушырып ултыра алмай, сөнки уның өсөн хеҙмәт йылдар һәм стаж ғына түгел, ә йәмғиәткә, кешеләргә файҙалы булыу. Бөгөнгө көндә Әлфиә Мостафа ҡыҙы "Заря" йәмғиәтендә баш бухгалтер булып эшләй. "Миңә эшем бик оҡшай. Хужалыҡта бойҙай, көнбағыш, етен, рапс кеүек популяр култьуралар үҫтерәләр. Мин бөтә башҡарылған эштәр буйынса отчеттар яһайым. Ауыл хужалығы эшсәндәренең уңыштарына һөйөнәм", - тип әңгәмәне дауам итә Әлфиә Мостафа ҡыҙы. Уның һүҙҙәрендә кәрәкле, мөһим хеҙмәткә ҡатнашлығы булғаны өсөн ғорурлыҡ сағыла.
... Дәүләтшиндар өс бала - Илсур, Лилиә, Камиланы тәрбиәләп үҫтерәләр, уларға тәрбиә бирә, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Улар үҙҙәре ғаилә ҡорғандар, ата-әсәһен ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрә. Ауыл ситендә урынлашҡан йорт ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Балалары ҡайта, ҡунаҡтар өҙөлмәй. Шуныһы ҡыҙыҡлы, йәш саҡта кистәрен уйынға сыҡҡанда улар йыш ҡына был матур тәбиғәтле урынға иғтибар итә. Ул ваҡытта бында Имай исемле бабай йәшәй.
"Инсафтың һиҙемләү тойғоһо бик үҫешкән: ул ваҡытта уҡ ошо урында йорт төҙөйәсәгебеҙҙе белгән", - тип йылмая Әлфиә Мостафа ҡыҙы.
Әлфиә Дәүләтшина тормошон бухгалтер эшенә бағышлай. Ул һандар артында кешеләр яҙмышын күрә. Әлфиә Мостафа ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Зөлфиә ҒИЗЗЕТДИНОВА.
Фотолар ғаилә альбомынан.