

2026 йыл башынан Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре машина-трактор паркын яңыртыу темптарын ярайһы уҡ арттырҙы. Ауыл хужалығын яңы Рәсәй техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеү – «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының (нацпроект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») төп бурысы, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Төбәк предприятиелары дөйөм суммаһы 5,5 миллиард һумға 845 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осоро һөҙөмтәләренән 800 миллион һумға күберәк.
– Йыл башынан алып республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре төрлө тартыу класындағы 138 трактор, 42 иген йыйыу һәм 5 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комбайны, 50 үҙйөрөшлө һиптергес, шулай уҡ 220-нән ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы һәм башҡа техника һатып алды. Был бөтә баҫыу эштәрен агротехник сроктарҙа үткәреү өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра, – тип билдәләне БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Тармаҡтың техник потенциалын арттырыуҙа льготалы лизинг механизмы төп роль уйнай. «Росагролизинг» компанияһы аша республика аграрийҙарына 3,1 миллиард һумлыҡ 336 берәмек техника оҙатылды. Сағыштырыу өсөн: 2025 йылдың тәүге биш айында был канал аша һатып алыуҙар күләме 1,3 миллиард һум тәшкил иткән.
Паркты яңыртыуға иң ҙур инвестициялар күләмен Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары хужалыҡтары һалған. Бында һатып алыуҙар суммаһы 250-нән 530 миллион һумға тиклем тәшкил итә, был урындағы етештереүселәрҙең модернизациялауға ҙур ҡыҙыҡһыныуын раҫлай.
Паркты яңыртыуҙың мөһим драйверы булып «Росагролизинг» компанияһы менән берлектә ойошторолған «РАЛ Башкортостан» машина-технология компанияһы сығыш яһай. МТК техникаһы төбәк хужалыҡтарында әүҙем ҡулланыла һәм миҙгелле баҫыу эштәренең ҡыҙыу осоронда айырыуса ихтыяж менән ҡуллана.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-06-09/respublikany-agros-n-t-kompleksy-parky-ya-yra-4714948