Был квитанцияларҙы атап үтелгән үҙәктән алған кешеләргә генә ҡағыла.
Бындай документтар 2024 йылдың 1 октябренән ебәреләсәк.
Быға тиклем квитанцияны электрон төрҙә алған булһағыҙ — иҫәп-хисап элекке форматта килеүен дауам итәсәк.
Иғәнә күләме, түләү тәртибе һәм ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡала.
Түләү ваҡыты – иҫәп-хисаптан һуң килгән айҙың 10-сы көнөнә тиклем. Хеҙмәт өсөн айырым QR-код буйынса түләргә кәрәк.
Түләү ысулдары ла үҙгәрешһеҙ ҡала:
- ВТБ банкында һәм Почта банкта (комиссияһыҙ);
- kapremont02.ru сайтындағы шәхси кабинетта йәки «Юрта» мобиль ҡушымтаһы аша (түләү документын электрон төрҙә алыуға ризалыҡ булғанда – комиссияһыҙ);
- 2024 йылдың октябренә тиклемге Төбәк операторы квитанцияларында күрһәтелгән реквизиттар һәм шәхси иҫәп номерҙары буйынса башҡа банктарҙа (комиссия алыуҙары ихтимал);
- үҙегеҙҙең банкта элек көйләнгән автотүләү аша.
Квитанциялар таратыу мәсьәләһе буйынса Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп-хисап үҙәгенә сәғәт 08:00-ҙән 20:00 сәғәткә тиклем (дүшәмбе – шәмбе) телефон аша мөрәжәғәт итегеҙ: 8 (347) 222-22-00, 8 (347) 222-22-55.
Капиталь ремонтҡа иғәнәләр иҫәпләүгә бәйле һорауҙар менән Төбәк операторына сәғәт 09:00-ҙан 20:00 сәғәткә тиклем 8 (800) 775-69-77 номеры буйынса мөрәжәғәт итергә була.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан