Бөтә яңылыҡтар
4 Март , 12:19

Производство йәрәхәте нимә ул?

Производствола алған йәрәхәт нимә ул һәм уның өсөн түләү алырға мөмкинме – Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.

- Эш урынында;
- юлда эш биреүсенең транспортында алған йәрәхәт производстволағы йәрәхәт тип иҫәпләнә.

Түләүҙәр күләменә йәрәхәт төрө йоғонто яһай:
- еңел — һаулыҡҡа хәүеф тыуҙырмай;
- ауыр — йәрәхәт эҙемтәләре йәшәү сифатына йоғонто яһай (бешеү, һөйәк һыныу, ишетеү һәләтен йәки күреү һәләтен юғалтыу);
- үлемесле.

Зыян күреүсегә нимә эшләргә?

1. Бәхетһеҙ осраҡ тураһында эш биреүсегә йәки эш биреүсенең вәкиленә хәбәр итергә.

2. Медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә һәм производство йәрәхәте тураһында документ алырға.

3. Эш биреүсе сығымдарҙы шәхси рәүештә ҡапларға тәҡдим итһә, ризалашмағыҙ. Эш урынындағы ваҡиғаны йәшереү законһыҙ, бының өсөн ике яҡҡа ла штраф һалыныуы ихтимал.

Түләүҙе нисек алырға - киләһе яҙмала уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: