Бөтә яңылыҡтар
1 Март , 09:39

Башҡортостанда табипҡа нисек яҙылырға?

Кәрәк икән, табипҡа әле үк яҙылығыҙ. Нисек яҙылырға – Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре иҫкә төшөрә.

Табипҡа бер нисә ысул менән яҙыла алаһығыҙ:
- Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәге аша, йәғни 122 һандары буйынса (өҫтәлмә 2);
- үҙегеҙҙең поликлиника регистратураһы һандарын йыйып;
- поликлиникалағы инфомат аша;
- Берҙәм медицина порталы аша (vk.cc/5QRHXg);
- Дәүләт хеҙмәттәре аша (vk.cc/cuWCE0);
- «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша.

Һанап үтелгән табиптарға үҙаллы яҙылырға мөмкин:
- терапевт, педиатрға;
- дөйөм практика табибына (ғаилә табибына);
- акушер-гинекологҡа;
- урологҡа;
- инфекционистҡа;
- теш табибына;
- офтальмологҡа;
- психиатрға, психотерапевтҡа;
- оториноларингологҡа;
- дерматовенерологҡа;
- фтизиатрға;
- хирургҡа.

Тар белгеслектәге табиптарға терапевт аша ғына яҙылырға мөмкин.

 Түбәндәге осраҡтарҙа табипҡа яҙылмайынса барырға була:
- ныҡ ауыртыу тойһағыҙ;
- стационарҙан сыҡһағыҙ;
- эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын оҙайтырға йәки ябырға кәрәкһә.

Шулай уҡ уҡығыҙ:

▫ Башҡортостанда 122-2 телефоны аша табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ

▫ Табипҡа алдан яҙылып та бармаған осраҡта был хаҡта нисек хәбәр итергә?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: