Бөтә яңылыҡтар
1 Март , 09:48

Һаҡ булығыҙ, һөрөмлө газ: үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ағыуланыуҙан нисек һаҡларға

Һөрөмлө газ ҙур хәүеф тыуҙыра. Мейес менән йылытылған йортта йәшәүселәр айырыуса хәүеф аҫтында. Ағыулы газ таралған осраҡта нимә эшләргә һәм уға нисек юл ҡуймаҫҡа – Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

Ағыулы газ таралыуына нисек юл ҡуймаҫҡа?
- Яғыулыҡ менән эшләгән ҡоролмаларҙы тикшереп тороғоҙ.
- Төтөн юлының һәм елләтеү системаһының торошон күҙәтегеҙ, бүлмәне елләтегеҙ.
- Каминдағы йәки мейестәге ут тулыһынса һүнгәнсе төтөн юлының ҡапҡасын япмағыҙ.
- Газ плитәһен йәки духовканы өйҙө йылытыу өсөн ҡулланмағыҙ.
- Йорт хайуандарының тәртибенә иғтибар итегеҙ. Йорт хайуандары һөрөмлө газ тәьҫиренә бик һиҙгер, шуға күрә улар үҙҙәрен борсоулы тота башлай.

Газ концентрацияһы аҙ булғанда:
• сикәлә ҡан тибә башлай;
• көсһөҙлөк һиҙелә һәм йоҡо баҫа;
• баш ауырта;
• тигеҙлек юғала;
• ҡолаҡ сыңлай;
• күҙ алдында ялтырауыҡтар барлыҡҡа килә;
• күҙ йәштәре аға һәм йүткерге килә.

Газ концентрацияһы юғары булғанда:
• аңды юғалтыу;
• тын алыуы ҡыйынлашыу;
• тән тартышыу һәм комаға китеү ихтималлығы бар.

Ағыуланғанда нимә эшләргә?

1. Ағыуланыуҙың тәүге билдәләрен һиҙгәндә саф һауаға сығырға йәки зыян күреүсене сығарырға һәм ашығыс ярҙам саҡыртырға.

2. Ашығыс ярҙам килгәнсе тын алыуҙы тотороҡландырырға кәрәк: зыян күреүсене арҡаһына һалырға, баш аҫтына мендәр ҡуйырға, яғаһын һәм билбауын ысҡындырырға.

3. Әгәр кеше үҙ аңында булһа һәм эсә алһа, уға кофе йәки ҡаты сәй бирегеҙ.

4. Ағыуланғанда ҡан йөрөшө боҙола, шуға күрә кешене юрған йәки йылы кейем менән ҡаплағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: