Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль , 16:38

Үҙмәшғүллекте нисек рәсмиләштерергә?

Әгәр һеҙ хеҙмәт күрһәтәһегеҙ, килешеү буйынса эшләмәйһегеҙ һәм хеҙмәткәрҙәр ялламайһығыҙ икән, һеҙгә үҙмәшғүллек юлларға кәрәк. Быны нисек эшләргә – Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы белгестәре аңлата.

Үҙмәшғүллекте бер нисә ысул менән рәсмиләштерергә мөмкин:

- «Минең һалым» мобиль ҡушымтаһы аша. Теркәлергә, эшмәкәрлек төрөн һайларға һәм банк картаһын беркетергә тейешһегеҙ (vk.cc/8T5t8d).

- Федераль һалым хеҙмәте сайтында һөнәрҙән алынған килемгә һалым түләүсенең шәхси кабинетын булдырығыҙ. Һеҙҙе автоматик рәүештә иҫәпкә ҡуйырҙар (vk.cc/8TMiKn).

- Банк аша. Һалым хеҙмәте сайтында клиенттарҙы үҙмәшғүл булараҡ теркәй алған банктар исемлеге бар. Сайтта йәки банктың мобиль ҡушымтаһы аша ғариза бирергә мөмкин (vk.cc/cfLIFq).

Үҙмәшғүллектең өҫтөнлөктәре:

🔹Отчет һәм декларация бирергә, һалымды иҫәпләргә кәрәкмәй. Федераль һалым хеҙмәте үҙе иҫәп-хисап яһай һәм түләү өсөн белдереү ебәрә.

🔹Һалым ставкалары түбән, бер ниндәй ҙә социаль иғәнә юҡ. Үҙмәшғүл кеше пенсия фондына үҙ ирке менән аҡса күсерә.

Үҙмәшғүлдәр үҙ килеменән һалымды түбәндәгесә түләй:
- әгәр заказ биреүсе физик берәмек булһа - 4;
- ойошма йәки шәхси эшҡыуар икән - 6 процент.

Айлыҡ килем мөһим түгел. Иң мөһиме, үҙмәшғүл йылына 2,4 миллион һумдан артыҡ аҡса алмаһын. Әгәр килем юғарыраҡ булһа, үҙмәшғүл статусы автоматик рәүештә юғала. Уны бер йылдан һуң кире ҡайтарырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: