Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль , 09:26

Башҡортостан балалары һәм үҫмерҙәре «Балалар күҙлегенән хеҙмәт һаҡлау» һүрәттәр конкурсында ҡатнашырға саҡырыла

2024 йылдың 1 авгусына тиклем сканер аша үткән һүрәтте [email protected] йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Авторҙың исем-шәрифен, йәшен, конкурс номинацияһын һәм ижади етәксенең/ ата-әсәнең бәйләнеш телефонын беркетеү мотлаҡ. Бер ҡатнашыусынан бер эш ҡабул ителә.

Конкурстың йәш категориялары:
– мәктәпкәсә йәштәгеләр — 3-6 йәшлек балалар,
- башланғыс класс уҡыусылары — 7-12 йәшлек балалар,
- юғары класс уҡыусылары — 13-18 йәшлек үҫмерҙәр.

Еңеүселәр конкурстың «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк.

Иң күп лайк йыйған һүрәттәр конкурстың федераль этабына ебәрелә. Был эштәрҙең авторҙары төбәк конкурсы лауреаты дипломын аласаҡ. Ҡалған балалар ҡатнашыусы булараҡ дипломға эйә була.

Ентеклерәк мәғлүмәтте 8 (347) 251-56-80 телефоны буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: