Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2023, 11:18

Иҫке аҡсаны яңыларына алмаштырыу — мутлашыусыларҙың яңы схемаһы тураһында

Яңы биш меңлек тураһында һүҙ сыҡҡандан һуң Башҡортостан халҡына иҫке купюраларҙы яңыларына алмаштырыу тәҡдиме менән шылтырата башланылар. Таныш булмаған кешеләр, социаль хеҙмәт йәки Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып, иҫке аҡсаның тиҙҙән юҡҡа сығасағы хаҡында хәбәр итә.

Бындай тәҡдим менән тик мутлашыусылар ғына шылтыратырға мөмкин.

2023 йылдың 16 октябрендә Рәсәй банкы яңыртылған банкноталар менән таныштырҙы. Әммә аҡса әлегә әйләнешкә индерелмәгән. Банкноталарҙы ҡабул итеү, алмашыу һәм уның менән башҡа операциялар башҡарыу ҡорамалын көйләү бер нисә айға һуҙыласаҡ. Шуға күрә, әгәр һеҙгә әле үк нимәлер тәҡдим итәләр икән, был, һис шикһеҙ, ялған.

«Ысынында, аҡсаны мотлаҡ алмаштырыу юҡ һәм булмаясаҡ. Аҡса ваҡыты-ваҡыты менән яңыртылып тора, шуға ла бер ни тиклем ваҡыт яңы өлгөләр иҫкеләре менән бергә әйләнештә буласаҡ. Банкноталарҙың алмашыныуы тәбиғи рәүештә - иҫке банкноталар туҙған һайын алмашына бара. Бының өсөн бер нисә йыл талап ителә», — тип аңлата Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкы бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҡсаның ысынмы-юҡмы икәнлеген белер өсөн кәм тигәндә өс һаҡ билдәһен тикшерергә кәрәк. Уларҙы яҡтылыҡҡа ҡуйып, тотоп ҡарап һәм бер яҡҡа иңкәйтеп ҡарарға мөмкин.

Банкноталарҙың бөтә характеристикаһын Рәсәй банкы https://vk.cc/cpW94H сайтында һәм "Рәсәй банкы банкноталары" мобиль ҡушымтаһында ҡарарға мөмкин https://vk.cc/co4mDw

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: