Заказ биреү мөмкинлеге булған популяр белешмәләр:
Онлайн-өҙөмтә — хоҡуҡтары берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында теркәлгән милекселәргә генә бирелә. Бер нисә секунд эсендә эшләнә. Уны Дәүләт хеҙмәттәре аша бушлай алырға мөмкин.
Объекттың төп характеристикалары һәм уға хоҡуҡтар тураһында өҙөмтә — милеккә хоҡуҡты раҫлау, торлаҡ һатып алыу йәки ҡуртымға алыу, уны төрлө яҡлап тикшереү өсөн кәрәк буласаҡ.
Объектҡа хоҡуҡтарҙың күсеүе тураһында өҙөмтә — күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты раҫлау һәм элекке хужаның кем булыуын белеү.
✔ Күсемһеҙ милек объекты тураһында өҙөмтә — ерҙең һаҡ зонаһы сиктәрендә булыуын, йорттоң мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелеүен белеү.
✔ Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыуҙа теркәлгән килешеүҙәр тураһында өҙөмтә — төҙөлөп ятҡан йортта фатир йәки бүлмә һатып алғанда кәрәк.
✔ Объекттың кадастр хаҡы тураһында белешмә, бушлай бирелә.
✔ Айырым кешенең күсемһеҙ милек объекттарына булған хоҡуҡтары тураһында өҙөмтә.
✔ Хоҡуҡ билдәләүсе документтарҙың йөкмәткеһе тураһында белешмә — торлаҡҡа милек хоҡуғын раҫлаған документтарҙың төп нөсхәһе юғалған осраҡта бирелә.
Иғтибар итегеҙ, 2023 йылдың 1 мартынан күсемһеҙ милек хужаһының исем-шәрифе һәм уның тыуған көнө тик уға, уның ҡатынына/иренә, нотариустарға һәм ҡайһы бер дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренә генә асыҡ. Реестрҙағы мәғлүмәттәрҙе өсөнсө кешеләргә хужаһының ризалығы менән генә бирергә мөмкин. Күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы килешеүҙәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн хужа һәр ваҡыт Дәүләт хеҙмәттәре аша бушлай онлайн-белешмәгә үҙаллы заказ бирә ала, шулай итеп, үҙенең милек хоҡуғын раҫлай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ — "Россреестр"ҙың файҙалы электрон сервистары
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан