Бөтә яңылыҡтар
ЗАГС бүлеге хәбәр итә
28 Февраль 2020, 00:05

Тәүге игеҙәктәр тәбрикләнде

Учалыла тантаналы шарттарҙа 2020 йылда донъяға килгән беренсе игеҙәктәрҙе тәбрикләнеләр. 12 февралдә Анна һәм Денис Шапошниковтарҙың ғаиләһендә ике малай тыуа, уларға Федор һәм Матвей тип исем ҡушалар.

Бәхетле ата-әсәгә балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары, БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан һәм урындағы ЗАГС бүлегенән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Хәҙер Шапошниковтар күп балалы ғаилә иҫәпләнә - бәхетле ғаиләлә тағы ике ҡыҙ, бер ул үҫә. Йәш ғаилә ҡалала йәшәй, Әсәлек капиталы аҡсаһына шәхси йорт төҙөп бөтөп киләләр.
Мәғлүм булыуынса, демография мәсьәләләре дәүләт башлығы Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә төп бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнде.
Илдә уңышлы тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты сиктәрендә күп балалы ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
#национальныепроекты
Римма Султанова
  • Читайте нас: