Бөтә яңылыҡтар
ЗАГС бүлеге хәбәр итә
14 Ғинуар 2020, 13:40

20 февралдә туй үткәрергә теләүселәр күп

Һуңғы йылдарҙа өйләнешеүсе йәштәр араһында никах көнөн һандарға ҡарап һайлау модаға инде. 2020 йылда законлы никахҡа инеү өсөн иң популяр көндәрҙең береһе 20 февраль булмаҡсы.

Өфө ҡалаһының Ленин районында 2 февраль йәкшәмбе булыуына ҡарамаҫтан, эш көнө тип билдәләнгән. Тап ошо көндө ете пар мөнсәбәттәрен законлаштырмаҡсы. Ә 20 февралгә иһә бөтә республика буйынса 100 ғариза бирелгән.
ЗАГС хеҙмәткәрҙәре 10 октябрҙә лә ажиотаж булыр, тип күҙаллай. Сөнки никах тураһындағы документта 10.10.2020 кеүек матур һандар торасаҡ.
2019 йылдың һуңғы көнөндә Өфөнән 16 пар, Стәрлетамаҡтан 8 пар үҙҙәренең никахын теркәгән. Райондар араһында иһә Иглин районы беренсе урында килә. Бында яңы биш ғаилә барлыҡҡа килгән. Ә Юлиә Бәҙретдинова менән Дмитрий Емелев никах теркәү тантанаһына Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай костюмында килгән.
Сажиҙә Лотфуллина

Читайте нас: