Ошо осорҙа Башҡортостанда 7 өс игеҙ һәм 305 игеҙәк донъяға килгән.
Балалар күберәк шаршамбы көндәрендә тыуған — 4,3 меңдән ашыу.
Сабыйҙарҙың буйы һәм ауырлығы үҙгәрешһеҙ ҡала. Ләкин ҡайһы берҙә ысын баһадирҙар тыуа. Әйтәйек, Күгәрсен районында донъяға килгән сабыйҙың буйы — 60 сантиметр, ауырлығы — 5,58 килограмм. Ә Краснокама районында буласаҡ фотомодель тыуған, ҡыҙыҡайҙың буйы 60 сантиметр тәшкил иткән.
«2019 йылдың 8 айында «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе республиканың медицина ойошмаларына 281,5 миллион һумдан ашыу күсергән. Аҡсаны ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөклөлөк осоронда медицина хеҙмәттәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, бала тапҡан һәм бала тапҡандан һуң осорҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бала табыу йорттары, сабыйҙарҙы бер йәшенә тиклем күҙәтеү буйынса хеҙмәттәре өсөн балалар поликлиникалары алған», — тип белдерҙеләр ведомствола.