Ведомствола билдәләүҙәренсә, күп парҙар никах теркәү өсөн «матур даталар» һайларға тырыша. Уҙған йылда ошо көндәр: 08.08.18, 18.08.2018, 18.12.2018. Өйләнешеүселәр төрлө байрамдарға бәйле даталарҙа: 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, 14 февралдә Изге Валентин көнөндә туй үткәрергә теләй.