Бөтә яңылыҡтар
ЗАГС бүлеге хәбәр итә
15 Февраль 2019, 11:59

Тыуым, никахлашыу, айырылышыу.....

Тормош шулай ҡоролған, кемдер тыуа, кемдер гүр эйәһе була. Берәүҙәр ғаилә ҡора, икенселәре айырылыша. 2018 йыл демографик планда ниндәй булған? Был турала беҙгә район ЗАГС бүлеге биргән һандар һөйләр.

Барлығы уҙған йылда 172 (2017 йылда 175) бала тыуған. Шуларҙан ғаиләлә тәүге бала булып - 48 (53), икенсе - 66 (65), өсөнсө – 43 (34), бишенсе һәм унан күберәк - 5 (12) бала яҡты донъяға ауаз һалған. Шуларҙың 13ө (19) яңғыҙ әсәләрҙән. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда, ғәҙәттәгесә, күберәк – 90 (90), 82 (85). Тыуғандар араһында бер игеҙәктәр бар.

Үлем статистикаһы, ғәҙәттәгесә, борсоулы. Үлем тыуымға ҡарағанда күберәк, ул арта ғына. 2018 йылда - 308 (311) кеше вафат булған. Шуларҙан ир-аттар - 160 (167) һәм ҡатын-ҡыҙҙар 148 (144). Үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары ла кәмемәгән. Уҙған йыл 12 (10) булған.

Әммә никахтарын теркәүселәр һаны кәмерәк – 113 (123), ә бына айырылышыу күбәйгән - 63 (60). Аталыҡты билдәләү осраҡтары ла артҡан - 33 (28). Фамилияны, исемде, атаһының исемен алмаштырыу буйынса - 14 (9) акт теркәлгән.

***

Ғинуарҙа 10 (22) бала тыуған, 30 (26) кеше үлгән. 7 (6) пар никахтарын теркәгән, 3 (6) пар айырылышҡан.

Рәйсә МУСИНА.


Читайте нас: