-11 °С
Болотло
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, тормош иптәшем, әсәйебеҙ һәм апайымды 35 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан ҡотлап ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йылдар, һикәлтәһеҙ юлдар һиңә! Күңел күгең аяҙ, эшләгән эштәрең уңышлы, бәхетең тулы булһын!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң
Күҙҙәреңдән шатлыҡ һүнмәһен,
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе,
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә,
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын.
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Фәрзәнә, атайың Минирәхим, тормош иптәшең Рәлиф, ҡыҙҙарың Камила һәм Айзилә, туғаның Зилә, кейәүең Азамат.