Бөтә яңылыҡтар

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һарайҫа ауылында йәшәүсе ВАХИТОВ Венер Әнүәр улын ғаиләһе һәм яҡындары күркәм юбилейы менән ҡотлай.

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Донъялағы иң ғәзиз, ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы 45 йәшлек юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, күңелдәребеҙҙәге изге теләктәрҙе юллайбыҙ. Киләсәктә лә беҙгә ҙур терәк, кәрәк булып йәшәүеңде теләйбеҙ. Хоҙай һине йән тыныслығынан, һаулыҡтан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Эшеңдә тағы ла ҙур уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәмдүҙә, ҡыҙҙарың Миләүшә, Таңсулпан, Ҡәҙриә, кейәүең Рүзил, ейәнең Арыҫлан.
Һарайҫа-Стәрлетамаҡ-Лангепас.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: