Уға 30 йәш тула. Мөхәббәттән тыуған, көтөп алған, аҡыллы, тәүфиҡлы ҡыҙыбыҙ беҙҙең тормошобоҙға йәм өҫтәне. Бик hабыр, аҡыллы, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Өфө ҡалаhында юғары белем алып, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаhында Aйбулат кейәүебеҙ менән ике ҡыҙ үҫтереп матур итеп тормош көтәләр .
Ҡәҙерлебеҙ! Тормоштоң ығы-зығылы, аҡлы-ҡаралы, шатлыҡлы һәм бер үк ваҡытта мәшәҡәтле лә юлынан алға атлайhың. Уның һәр миҙгеле яуаплы ла, рәхәт тә, ауыр ҙа, күңелле лә. Ошо шатлыҡлы, ҡыуаныслы көнөңдә hиңә яҙғы көндөң дәртле hулышын, йондоҙҙарҙың гүзәллеген, йән-бәғереңдең түҙемлеген, мөхәббәттең олоhон, бәхеттең тулыhын теләйбеҙ! Кейәүебеҙ менән тигеҙлектә, иҫәнлектә, байлыҡта балаларығыҙҙы бергәләп үҫтерергә насип булhын. Яҙмыш hиңә бары тик игелекле, изгелекле көндәр генә бүләк итhен, бәхетең мул, саф булhын, гел йылмайып йәшә, балам! Кешене бәхет тыуҙырмай, бәхетте кеше яhай. Һин үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, иреңә, балаларыңа, туғандарыңа, атай-әсәйеңә, ҡәйнә-ҡайныңа ла өләшәhең. Ошо изге эштәрең менән балаларыңа ла үрнәк күрһәтәhең. Балаларығыҙ ҙа үҙегеҙ кеүек ярҙамсыл булhындар, hеҙҙе хөрмәт итhендәр. Алдағы ғүмер юлыңды шулай уҡ hау-сәламәт, күтәренке кәйеф һәм туған-тыумаcаларың, яҡындарың менән бәхетле көндәрҙә үтергә яҙhын hиңә. Тыуаcаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булhын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе hөйөндөрөп йәшә, ҡыҙым!
Ҡыҙым тыуҙы яҙҙар менән бергә
Гөрләүектәр шаулап аҡҡанда.
Ҡарҙар иреп аҡҡас туғайҙарҙа
Умырзая сәскә атҡанда.
Ҡыҙым тыуҙы! Наҙҙар менән бергә
Йондоҙҙарҙан алып hылыулыҡ.
Мин теләнем алтын айға ҡарап,
Бәхеттәре торhон гел тулып.
Ҡыҙым, hине тыуған көнөң менән
Ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ.
Тыуыр көндәр аяҙ булhын гел дә,
Ҡапламаhын болот күгеңде.
Юлдарыңда яҡын дуҫтар булhын,
Туғандарың булhын иң элек.
Һин үҙең дә ярат яҡшылыҡты,
Кешеләргә күрhәт игелек!
Бәхетле бул, уңыш йәнәш барhын,
Теләктәрең ҡабул булһындар!
Шатлыҡтарҙа тыуған һәр бер көнөң
Нурҙар hибеп наҙға тулhындар!
Изге теләктәр менән әсәйең Эльза, атайың Миңлевәли, туғаның Лилиә , кейәүең Артур , өләсәйең Флүрә.