Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә! Бөгөнгөләй көслө рухлы, уңған, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл булып ҡал. Бай тәжрибәле тормошоң күптәргә өлгө булырлыҡ. Бөтә хеҙмәт юлың - йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү. Эшеңә тоғролоҡ, юғары ойоштороу һәләте, намыҫ кеүек сифаттар хас һиңә. Ғаиләңдә өлгөлө, үрнәк булырҙай әсә, уңған хужабикә, ышаныслы тормош иптәше. Хоҙай Тәғәлә үҙеңә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Балаларыңдың изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылып, коллегаларың, ауылдаштарың араһында абруйлы, ихтирамлы булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, матур ғүмер кисерергә яҙһын.
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән ағайың Рәдис, еңгәң Альбина, һеңлеләрең Гөлфара, Гөлшат, кейәүҙәрең Хәйҙәр, Илгиз, туғандарың Айгүзәл, Наҙгөл, Әлфиә, Рөстәм, Алһыу.