Күңелдәребеҙҙәге бар йылылыҡты, изге теләктәрҙе юллайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәргә насип булһын!
Ябай, сабыр, оло йәнле лә һеҙ,
Ҡылғандарығыҙ бары изгелек.
Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр көнөгөҙ,
Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек.
Бөгөнгөләй байрамдарҙы
Гел ҡаршылайыҡ бергәләп!
Һеҙгә насип булған бәхет-шатлыҡ,
Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.