Бөтә яңылыҡтар

Сит ерҙә лә ата-бабалар рухын юғалтмай

Уның исеме тәүҙә барыһын да аптырауға һала, ә һуңынан ошо исемдең мәғәнәһендә рух ныҡлығы, ғорурлыҡ, көс - ғәйрәт йәшеренгәнен аңлайһың. Флот Әхмәтов элекке быуын кешеһе. Дәһшәтле һуғыш йылдарында уҙған бала сағы эҙһеҙ үтмәй, уны сыныҡтыра, көслө булырға өйрәтә. Һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырған ваҡыттарҙы ул бер ҡасан да онотмай. Комсомол сафына инеп, ул сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша, тап шунда егет үҙенең тормош иптәшен таба. Улар киләсәккә пландар ҡора, яҡты өмөттәр менән йәшәй. Тормошҡа ашҡан һәр бер хыялына шатлана һәм һөйөнә ул. Күп хәтирәләр хәтерҙән юйылһа ла, ҡояш нурҙарында тәмле итеп өлгөргән виноград тәмен һәм унан яһалған телде йоторлоҡ һутты оноторлоҡ түгел.

Флот Сәйетгәрәй улы 1936 йылда яҙҙың беренсе көнөндә Йомағужа ауылында тыуған. Атаһы тракторист була. Ә әсәһенең шәжәрә тамырҙары бер кемде битараф ҡалдырмай. Эш шунда: ул Мортаҙа ауылының абруйлы мулла ҡыҙы була.
-Уның исеме Сәләхетдин Булатов ине, ике ҡатыны булған. 1921 йылда ҡаты ауырыуҙар, аслыҡ ваҡытында вафат була. Уларҙың ғаиләһендә белем алыу, уҡыу һәр саҡ беренсе урында тора. Балалар ғәрәп телен өйрәнә. Әсәйем дүрт класс белем алғандан һуң, уҡытыусылар әҙерләү курсында уҡый, был осор бөтә ил менән латин алфавитына күсеү дәүеренә тура килә. Һуңынан халыҡ араһында аңһыҙлыҡты бөтөрөү эше башлана. 1932 йылда, район мәғариф бүлегенән ебәрелгән әүҙем йәштәр төркөмө составында Йомағужа ауылына ебәрелә, унда атайым Сәйетгәрәй Әхмәтов менән таныша. Ауылда беҙҙе «Француздар» тип йөрөттөләр. Был турала ҡыҙыҡһыныуым 1812 йылғы Ватан һуғышы йылдары менән бәйле. Нәҫелебеҙҙән бер яугир ошо һуғыштан француз ҡыҙын ҡатын итеп алып ҡайтҡан, - бына ошондай ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында бәйән итте әңгәмәсем.
Совет власы йылдарында мулла олатайымдың ғаиләһе ҡыйырһытыуҙарға дусар була. Бәләкәй Флотҡа дүрт йәш булғанда, (1940 йылда) уларҙың ғаиләһе оло ағалары Вәли артынан Үзбәкстанға күсә.
- Булатов Сәләхетдин олатайымдың ике ҡатынынан алты балаһы булған. Бер аҙ алғараҡ китеп шуны билдәләп үткем килә, бер туған Булатовтарҙың барыһы ла фронтта һуғыша, үкенескә ҡаршы, уларҙың береһе һәләк була. Ә икенсеһе һуғыштан имгәнеп, аяҡһыҙ ҡайта.
Ғаилә йылға яҡын ҡояшлы Үзбәкстанда бер ниндәй ҙә ҡайғы күрмәйенсә йәшәй, ҡояш, еләк - емеш һәм хатта кәнфит күп була. Урындағы халыҡ киң күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә. Әхмәтовтар Бохара ҡалаһынан йыраҡ түгел Узбекон ҡышлағында йәшәй. Аталарына Орджоникидзе исемендәге колхозда тракторсы эше табыла. Тормош яйға һалынды ғына тигәндә, һуғыш башлана. Аҙыҡ - түлек менән ҡыйынлыҡтар башлана, магазиндарҙа аҙыҡ-түлекте карточка буйынса ғына бирә башлайҙар.
- Үзбәкстан етәкселеге кешеләрҙе аслыҡтан ҡотҡарыу юлын таба. Һәр ғаиләнең егерме биш сутый ергә хоҡуғы бар ине. Кешеләр бер сезонда ике тапҡыр уңыш йыйып алды. Башта бөртөклө культуралар , май һығыу өсөн кунжут сәсәләр, уның ярмаһынан бутҡа ла тәмле була. Беҙҙең ҡышлаҡҡа башҡа урындарҙан төрөк, поляк, кабардин халҡы, ҡырым татарҙары килә башланы. Үзбәк халҡының киң күңелле булыуы уларға аслыҡтан һәм үлемдән ҡотолоп ҡалырға ярҙам итте. Был берҙәмлеккә һынау йылдары булды, - тип һөйләй Флот ағай.
1945 йылдың яҙында ул беренсе тапҡыр иң тәмле былау ашап ҡарай. Эмаль һауыт тоттороп, әсәһе уны ауыл Советына ебәрә. Контора тупһаһы ҡаршыһында ҙур ҡаҙандан пар сығып ултыра, тирә-яҡҡа таралған еҫ күптән онотолған һәм әкиәттәге кеүек тойола. Ҡулдарына күптән көтөлгән «Еңеү былауын» тотоп, шатлыҡтан йөҙҙәре балҡыған кешеләр урамдан атлай.
Һуғыш тамамлана, әммә тормош яҡшы яҡҡа тиҙ генә үҙгәрмәй. Мал һаны тейешенән күберәк булған һәм ике төптән артыҡ алма ағасы үҫтергән кешеләргә дәүләт тарафынан һалым һалына. Кәзә аҫраған өсөн генә халыҡҡа бер нимә лә янамай. Һуғыштан һуңғы йылдар ул быуын балаларының хәтерендә ашарға, эш һәм икмәк эҙләү менән ныҡлы уйылып ҡалған.
-Беҙҙең өй мейесендә һәр ваҡыт бер ҡосаҡ утын кибеп тора ине. Йыш ҡына мал һуйған урынға барып, шул утынды мал эсәгенә һәм һөйәктәрена алмаштыра инем. Уларҙы алам да өйгә йүгерәм, ә йортта һыуы ҡайнап сыҡҡан ҡаҙан көтөп тора. Әсәйем киске аш әҙерләргә тотона. Мин түҙемһеҙләнеп алдыма тәрилкә ҡуйылыуын көтәм. Һеҙ хатта күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ: бала саҡта беҙ күпме ваҡытыбыҙҙы баҫыуҙа үткәрҙек, мамыҡ йыйҙыҡ, ер йомшарттыҡ, мин, йүгән тотоп, һөргән ер буйлап ат йөрөттөм, - тип хәтерләй ул.
Беренсе класты бәләкәй генә Флот Ю.Ахунбабаев исемендәге татар мәктәбендә тамамлай, әммә ғаилә башҡа урынға күсенеү сәбәпле, уҡыуын артабан үзбәк мәктәбендә тамамларға тура килә.
Шулай итеп, 1955 йылда йәш Флот ҡулына аттестат алғас, киләсәк тормошо тураһында хыяллана. Ә алда әүҙем комсомол йылдары, артабан Ташкент ауыл хужалығы институтының еләк - емеш, йәшелсәлек һәм виноградсылыҡ факультетында студент осоро. Йәшлеге куп быуатлы тарихы булған, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай ҡала - Үзбәкстандың баш ҡалаһында үтә. Студент Әхмәтов холҡо менән бик тырыш егет була, 14 йәшенән комсомолға алына, белем алырға ынтыла. Үҙенең ныҡышмалылығы менән ул ҡабул итеү комиссияһын ғәжәпләндерә хатта.
-Барлыҡ имтихандарҙы «отлично»ға тапшырҙым, әммә ниндәйҙер билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ҡабул ителеүселәр исемлегенә минең фамилиям индерелмәй ҡалған. Быны тикшерә башлағас, минең алдыма шундай шарт ҡуйҙылар. Рус төркөмөндә уҡыясаҡһың, атайың иҫән булғас, һиңә дөйөм ятаҡтан урын тейеш түгел, тинеләр. Бәхәс ваҡытында минең бөтә шарттарҙы ла үтәүемде һәм башҡа студенттар менән бергә үзбәк телендә уҡырға тейешлегемде аңлатып, бер ҡатын мине яҡлап сыҡты, - тип һөйләне миңә Флот ағай ғәҙеллеккә ынтылыуҙа ныҡышмалылығы тураһында.
Ҡаҙахстандың икһеҙ-сикһеҙ далаларында үҫтерелгән тонналаған игенде эшкәртергә һәр йыл институттан студенттар ярҙамға килә. Союздаш республикалар йәштәре сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерә. Шул кистәрҙең береһендә киске уйын ваҡытында ул Кубандан килгән Алла исемле ҡыҙ менән таныша. Тиҙҙән ҡыҙ Үзбәкстанға күсенә һәм ғүмерлеккә уның тормош юлдашына әүерелә.
- Мин үҙ ғүмеремдә бер генә сибәр ҡатынды белдем- ул минең тормош иптәшем, улым һәм ике ҡыҙымдың әсәһе, – ти мәрхүмә ҡатыны тураһында Флот Сәйетгәрәй улы.
Туйҙан һуң йәштәр Сурхандарья өлкәһендә йәшәй башләй. Ғаилә башлығы агроном вазифаһында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Һуңынан ғаилә Навои өлкәһенә күсенә. Флот Әхмәтов совхоздарҙа виноград баҡсаларын булдырыуға ҙур көс һала. Ул шарап яһау серҙәре тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы нимәләр һөйләне, уның туранан - тура эше оҙаҡ йылдар әлеге һөнәр менән бәйле була. Уның «мамыҡ ыҙғышы» тураһында һөйләүе лә бик ҡыҙыҡлы. Карьера баҫҡысы буйлап ул агросәнәғәт өлкәһендә генераль директор вазифаһына тиклем күтәрелә. Юғары партия мәктәбен тамамлай, тиҫтә йылдан артыҡ район партия комитетында бүлек мөдире һәм секретарь булып эшләй. Халыҡ депутаттары Советына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана, күп һанлы Почет грамоталары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә. Улар араһында Хеҙмәт Даны ордены ла бар. 1996 йылда 42 йыл хеҙмәт стажы менән Флот Сәйетгәрәй улы хаҡлы ялға сыға. Хәҙер инде уға «Мәхәллә» хәйриә фондында изге эштәр башҡарыу бурысы тора.
2002 йылда ғаилә Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә. Бында ул виноград, абрикос үҫентеләре өсөн яраҡлы тупраҡты өйрәнә башлай. Хатта ошондай емеш ағастары өсөн яраҡлы булмаған һауа шарттарында беҙҙә өрөк үҫтерергә тырыша. Башта ул уның орлоғон һалҡында сыныҡтыра. Үҙенең гөл-сәскәгә күмелгән баҡсаһында аҡ-алһыу төҫтәге Үзбәкстан яҙы мөйөшөн булдырғыһы килә. Бик күптәргә ер эшкәртеү нескәлектәрен өйрәтә. Уның өсөн буш ваҡытында шахмат уйнау – үҙе тотош сәнғәт донъяһы. Указлы мулла ейәне булараҡ, ул динде хөрмәт итә, ғәрәп теле тарихын өйрәнә, сурәләрҙе яттан белә. Стәрлебашта ул ейәндәрен өйләндергән, ейәнсәрҙәрен кейәүгә биргән, туғандары менән аралашып йәшәй. Һәр яҙ Еңеү көнөндә ағаһы Советтар Союзы Геройы Абдулла Әхмәтовтың ҡәберенә бара. Эйе, ул 60 йыл Үзбәкстанда йәшәгән, ул уның өсөн бик яҡын, үҙенең йылыһы менән йомарт уртаҡлашҡан ил. Әле Флот Әхмәтов үҙенең тыуған яғында, ата-бабалары ерендә йәшәй, уның булмышында башҡорт рухы һаҡлана.
Рәйлә Тайғонова. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: