Ғүмереңдең иҫтәлекле мәлдәренең береһе, 70 йәшлек юбилейың бөгөн. Ошо матур байрамыңда һиңә теләктәрҙең йылыһын, иң изгеләрен теләге килә, ләкин нимә теләһәк тә, улар аҙ булыр кеүек, сөнки һинең тормош юлың, яҙмышың матур, һөнәрең изгелекле булды. Һинең киң күңелеңә донъя матурлығы, тормош нуры, йәшәү ғәме һыйған. Кешеләргә, туғандарыңа, яҡындарыңа ярҙам итеп, аҡыллы кәңәшсе, ғаиләңә оло терәк булып йәшәйһең, шуға ла ҡылған изгелектәрең үҙеңә әйләнеп яҡшылыҡтар булып ҡайтһындар. Туғандар, ауылдаштар алдында дан-дәрәжәң ҙур. Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ. Киләсәгең яҡты, күгең аяҙ, көндәрең ҡояшлы, эштәрең уң, ырамлы булһын. Нәсимә еңгәбеҙ менән ҡыҙығыҙ Әлфиәнең, ейәнегеҙ Арыҫлан менән ейәнсәрегеҙ Әмирәнең изгеләктәрен күреп, улар менән тик шатлыҡлы миҙгелдәр генә кисереп, сәләмәтлектә оҙон бәхетле ғүмер үтергә яҙһын. Байрамың ҡотло, көндәрең ҡояшлы, ғүмерең оҙон, бәхетең мул булһын. Ҡартлығың тыныслыҡта һәм муллыҡта үтһен.
Ҡыуаныстар ғына алып килһен
70 йәшең – оло байрамың!
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.
Хоҙай һиңә оҙон ғүмер бирһен,
Ғүмер биргәс, бирһен һаулығын.
Күңелгә наҙ, йәшәүгә йәм бирә, ағай,
Был донъяла һинең барлығың.
Рәхмәтенән Хоҙай ташламаһын,
Ҡунағы бул яҡты донъяның.
Оҙаҡ йәшә, утын һүндермәйенсә
Балаларың үҫкән ояның.
Изге теләктәр һәм оло хөрмәт менән барлыҡ туғандар исеменән һеңлең Баныу, кейәүең Венер һәм балаларыбыҙ.