Бөтә яңылыҡтар

БУЛАТОВА Әлфинур Хәйбулла ҡыҙына

Ҡәҙерле апайыбыҙ, һеңлебеҙ, балдыҙыбыҙҙы ихлас күңелдән тыуған көнө менән тәбрикләйбеҙ. Һиңә аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, бөтмәҫ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һин. Киләсәктә лә киң күңелле, уңған, кешелекле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Алдағы көндәреңдә лә сәләмәтлек менән ғүмер итергә насип итһен Хоҙай, беҙҙең менән бергә шатлыҡтарға һөйөнөп йәшәргә яҙһын ине!

Тыуған көнөң, юбилейың
Күңелгә нур өҫтәһен.
Һинең һәр бер тыуыр көнөң
Һипһен бәхет көлтәһен.
Йәйен еләк сәскәһе бул,
Ҡышын ҡышлау гөлө бул.
Йәшәр ғүмерең оҙон булһын,
Беҙҙең менән бергә бул.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың, һеңлеләрең, еҙнәләрең.
Читайте нас: