Бөтә яңылыҡтар

ӘХМӘТОВ Хажғәли Әхмәтғәли улына

Иҫке Ҡалҡаш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, ышаныслы тормош иптәшем, уңған, кешелекле. изге күңелле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ, хөрмәтле ҡайныбыҙҙы 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

һиңә иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Һәр яҡтан үрнәк булыуың, изгелекле, оло йөрәгең, хәстәрлегең, изгелегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә. Киләсәктә лә именлек, бәхет һәм ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын, барыбыҙҙан ҡәҙер-хөрмәт күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерегә яҙһын.
Рәхмәтенән Хоҙай ташламаһын,
Шатлығы бул яҡты донъяның.
Оҙаҡ йәшә, утын һүндермәйенсә,
Үҙең ҡорған ныҡлы ояның.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ҡотлау менән тормош юлдашың Вәкилә, улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Читайте нас: