Стэрлебаш шишмэлере
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
12 Февраль 2021, 12:02
САТУЧИНА АЛТЫНАЙ ЭДУАРД ҠЫҘЫНА
Ҡәҙерлебеҙҙеиң матур байрамы - 15 йәше тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уның тырышлығына, аҡыллы булыуына һоҡланабыҙ. Әлегеләй беҙҙе ҡыуандырып, тырышып уҡыуын, һәр йәһәттән беҙҙе һөйөндөрөп, иҫән-һау йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөтлө, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тыуасаҡ таңдарың һәр саҡ нурлы, тормош күгең аяҙ булһын! Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул! Ҙур уңыштар һиңә юлдаш булһын!
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөңдәге нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙарың балҡып торһон,
Алыҫ йөрөһөн һинән һағыштар.
Мулдан булһын һинең өлөшөңә
Яҙмыш яҙған бәхет-шатлыҡтар.
Ҡотлау менән әсәйең, атайың, ағайың Линар.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?