Бөтә яңылыҡтар

ИБРАҺИМОВА ЗОЯ МИНЕГӘРӘЙ ҠЫҘЫНА

Ҡәҙерлебеҙҙе 80 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Әсәкәйебеҙ! Беҙгә тейешле тәрбиә биргәнең, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғаның өсөн мең-мең рәхмәт һиңә. Әлегеләй тантаналы көндә һиңә ҡурай моңондай оҙон, ҡояштай нурлы ғүмер юлдары теләйбеҙ. Туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, ихтирамын тойоп, именлектә-һаулыҡта йәшәргә насип итһен. Оло юбилейың менән һине, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле кешебеҙ! Бәхеткә генә төрөнөп йәшә, беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.

Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙан торһон һәр көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Сәләмәт бул, әсәй, рәхәт йәшә,
Ҡояш ҡунһын күңел түреңә.
Туғандарҙы шулай бергә туплап,
Атла әле тормош үренә.
Барлыҡ балаларың исеменән ҡыҙың Әлфира.
Читайте нас: