Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Теләктәрҙең изгеләрен, ғүмерҙең оҙонон, иҫәнлек-һаулыҡ, таҙалыҡ, байлыҡ, бәхетле көндәр, йән тыныслығы теләйбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, һөйөклөбөҙ!
Сәләмәт бул, гел йылмайып ҡаршы ал беҙҙе,
Бәхет ҡунһын күңел түренә.
Барыһына ҡанат, терәк булып
Арымай атла ғүмер үренә!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын,
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын.
Ҡотлау менән Ҡолгилдиндар, Солтанғоловтар, Заһиҙуллиндар, Мостафиндар.
Түбәнге Аллағыуат - Оло Сытырман - Салауат- Нижневартовск.