Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 65 йәшлек юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һиңә алдағы тормошоңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Күңел күгең аяҙ, бәхетең тулы булһын! Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын! Барлыҡ ҡылған изгелектәрең, ярҙамың, балаларым тип өҙөлөп тороуың, һәр ваҡыт асыҡ йөҙөң, тәмле аштарың менән ҡаршы алғаның өсөн мең-мең рәхмәт һиңә, әсәй!
Әсәй, тип әйтер кешең булыу,
Ниндәй бәхет бит ул донъяла,
Шатлыҡтарың булһа - уртаҡ була,
Ҡайғыларың булһа - юғала.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Яҡты ҡараш, йылы һүҙҙән башҡа
Таба алмайбыҙ оло бүләкте.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлнара, Гөлсинә, Гөлшат, кейәүҙәрең Раяз, Геннадий, Владик, ейән- ейәнсәрҙәрең.