Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙҙы 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек, һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Бөгөнгөләй көслө рухлы, уңған, кешелекле, изге күңелле булып ҡал. Балаларыңдың изгелеген күреп һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Ғүмер буйы шулай тәҙрәләрҙә
Балҡып торһа ине утыбыҙ.
Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине,
Атай, әсәй тыуған йортобоҙ.
Типһәң тимер өҙәһең һин,
Баҫһаң баҡыр иҙәһең.
Ғүмерең үтһен шатлыҡта,
Һис бирешмә ҡартлыҡҡа.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Дамира, улдарың Флүр, Йәмил, киленең Светлана, ҡыҙың Гөлдәр, кейәүең Илһам, ейәнсәрең Фидәлиә, ейәнең Искәндәр.