Беҙҙең ғорурланыр кешебеҙ һин,
Һинән күпме һабаҡ алырлыҡ.
Һинең тырышлыҡты, сабырлыҡты,
Мәрхәмәтте йырға һалырлыҡ.
Кешелекле бит һин, туған йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Азамат, балаларың Динар-Руфина-Марсель, Гүзәлиә-Камил-Камилла-Таһир, Дилүс-Әлиә.