Ҡулды-ҡулға, уйҙы-уйға бәйләп,
Тормош юлын бергә үтегеҙ.
Донъя мәшәҡәте биҙҙермәһен,
Һәр саҡ татыу донъя көтөгөҙ.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Яҙмыш һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Бәхет шишмәгеҙ йырлап аҡһын,
Гәлсәр һыуы мәңге кипмәһен.
Ҡотлау менән әсәйегеҙ, атайығыҙ, апайығыҙ Алена, еҙнәгеҙ Сергей, ағайығыҙ Денис, еңгәгеҙ Ғәлимә, туғандарығыҙ Ләйлә, Нурислам, Морат.
Чегодаевка-Стәрлетамаҡ-Красноусол.