Ниндәй генә теләк теләһәк тә,
Аҙ булыр ул һинең ишегә.
Беҙ генәме тормош сифатыңды
Билдәләне ике бишлегә.
Аҡ халатың кеүек аҡ ҡарҙай аҡ
Ҡышҡы саф һауалай күңелең.
Ҡәҙер, хөрмәт һәм ихтирам менән
Үтһен һинең алда ғүмерең.
Яғымлы ла, изгелеклеһең һин,
Сабыр, түҙемле, көслө рухың.
Тырыш, уңғанһың да, шуға күрә
Матур, етеш һинең тормошоң.
Һин хөрмәтле беҙгә, бик ҡәҙерле,
Яратабыҙ һине өҙөлөп.
Хәсрәттәр һине урап үтеп,
Шатлыҡ, бәхет килһен өйөлөп.
Шәфҡәт туташы һин ғүмер буйы,
Тораһың һин һаулыҡ һағында.
Хоҙай һаулыҡ бирһен, уға өҫтәп
Оҙон ғүмер бирһен тағын да.
Ҡәҙер, хөрмәт һәм ихтирам менән һине яратҡан ҡыҙың Зөлфиә, ейәнең Мираҫ.