Бөтә яңылыҡтар

ҒӘЛИМОВА Роза Абдулла ҡыҙына

Ҡәҙерлебеҙҙе 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән - тыныслыҡ, тәнеңдән - сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, донъя рәхәттәре кисереп, оҙон оҙаҡ бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай.

Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙан торһон һәр көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Сәләмәт бул, рәхәт йәшә,
Ҡояш ҡунһын күңел түреңә.
Туғандарҙы шулай бергә туплап,
Атла әле тормош үренә.
Иң изге теләктәр менән һеңлең Римма, туғандарың Динара-Петр, Марина, Кристина, Гөлназ, Гүзәл, Алмаздың ғаиләһе.
Стәрлебаш-Санкт-Петербург-Переяславль-Залесский-Яңы Порт-Надым-Өфө.
Читайте нас: