Бөтә яңылыҡтар

ИЛКИНА Люзиә Әнүәр ҡыҙына

Ҡәҙерлебеҙҙе матур юбилейы уңайынан ихлас тәбрикләйбеҙ. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, иҫәнлектең иң ныҡлыһын теләйбеҙ. Йән тыныслығы, бәхет, күтәренке кәйеф юлдаш булһын һиңә. Һәр ваҡыт шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал. Артабан да шатлыҡ-ҡыуаныста, бай, мул тормошта, бәхеттә йәшәргә яҙһын. Ҡыҙым, һин минең терәгем, ҡыуанысым, таянысым, кәңәшсем. Артабан да шулай шатлыҡ-мәшәҡәттәрҙе уртаҡлашып, бергә-бергә йәшәргә яҙһын! Яҡындарыңа өләшкән йөрәк йылың изгелектәр булып ҡайтһындар. Алла бирһә, һәр ваҡыт тормош һөйөүсән, шат күңелле булып ҡал! Беҙ һине яратабыҙ.

Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен һәр саҡ көләс йөҙ булып.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар тоһон урғылып.
Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин,
Ғүмереңдең һәр бер иртәһен.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Венера, туғаның Гөлназ-Женя, ҡыҙҙарың Эльмира, Илүзә-Олег, ейәнсәрҙәрең Рита, Эмма.
Читайте нас: