Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен әйҙә ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мөхтәр, балаларың Илһөйәр-Павел, Альбина-Илдус, ейәнсәрҙәрең Николина һәм Надежда.