Бөтә яңылыҡтар

ХУЖИН Айнур Салауат улына

Һарайҫа ауылыХУЖИН Айнур Салауат улынаБеҙҙең өсөн ҡәҙерле улыбыҙ, ҡустыбыҙ, ҡәйнешебеҙ, ағайыбыҙҙы иң матур байрамы - 18 йәше тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уның тырышлығына, ҡыйыулығына һоҡланабыҙ. Әлегеләй беҙҙе ҡыуандырып, тырышып уҡыуын, көрәш майҙандарында беренселәрҙән булып, сәхнәләрҙә йырлап-бейеп беҙҙе һөйөндөрөп, иҫән-һау йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөтлө, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тыуасаҡ таңдарың һәр саҡ нурлы, тормош күгең аяҙ булһын! Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп йәшә!

Кешелекле бит һин, оло йәнле

Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.

Рәхмәт һиңә киң күңелле,

Изгелекле туған булғанға.

Йәшәү терәге һин беҙҙең өсөн

Кешелегең менән үрнәкһең.

Хоҙай һиңә оҙон ғүмер бирһен

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.

Ҡотлау менән әсәһе-атаһы, өләсәһе, ағайҙары-еңгәләре, ҡустылары.
Читайте нас: