Бәхетле кешегә оло юбилейҙар насип була, тиҙәр. Шөкөр, әтей-инәйебеҙ иҫән-имен олпат һигеҙ тиҫтә йәште лә тултырҙы. Әлбиттә, гел бәхетле мәлдәрҙән генә тормай ҡәҙерлеләребеҙҙең үткән тормош юлы. Сабый ғына саҡтан атайһыҙ ҡалған инәйебеҙ бәләкәйҙән донъяның ҡыйынлыҡтарын да, нужаһын да күреп үҫә. Тормошонда әтейебеҙ менән бер-береһен табышып, сәстәрен сәскә бәйләүҙәре уларҙың икеһе өсөн дә яуаплы аҙым була. Артабанғы тормоштарында улар бер-береһенә бар эштә лә ҙур терәк һәм ярҙамсы була. Иңгә-иң терәшеп, бөтә ауырлыҡтарҙы бергә үтеп, етеш тормошта йәшәй улар бөгөн. Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең! Йөрәк түренән сыҡҡан иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: ныҡлы иҫәнлек, йән тыныслығы, шатлыҡ- ҡыуаныслы көндәр, бәхетле оҙон ғүмер насип итһен һеҙгә Хоҙай! Яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәнегеҙ, ҡылған барлыҡ изгелектәрегеҙ, ярҙамығыҙ өсөн мең рәхмәт һеҙгә.
Аллаһ Тәғәлә һеҙгә сәләмәтлек бирһен,
Һеҙ булғанға ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып
Йәшәгеҙ һеҙ шулай йөҙгәсә.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре исеменән улығыҙ Илгиз, киленегеҙ Тамара.