Бөтә яңылыҡтар

Юбилейың ҡотло булһын, ҡәҙерлебеҙ!

Һарайҫа ауылында тыуып, ошо уҡ ауылда ғүмер итеүсе ҡәҙерле һеңлебеҙ КӨМӨШБАЕВА Лилиә Яхъя ҡыҙын 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.

Тормошоңдоң иң йәмле сағы,

50 йәш - ул әҙ әле!

Алда әле - күпме шатлыҡ!

Күпме бәхет, наҙ әле!

Ғүмереңдең был миҙгеле -

Туҡтап бер йырлап алыу.

Үткәндәргә шөкөр итеп,

Киләсәккә юл һалыу.

Үргә атлар өсөн көсөң артһын,

Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,

Күңелдәрҙә булған бар теләктәр

Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,

Күтәренке булһын күңелең.

Именлектә беҙҙең менән бергә

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

Һалҡын Себер яҡтарынан ҡайнар ҡотлау сәләмдәребеҙҙе юллап, Түбәнге Варта ҡалаһында йәшәүсе апайҙарың Шәмсинур, Суфия һәм уларҙың балалары.
Читайте нас: