Бөтә яңылыҡтар
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
27 Сентябрь 2019, 12:22

МӘХМҮТОВА Әлфинә Хәсән ҡыҙына

Стәрлебаш ауылыМӘХМҮТОВА Әлфинә Хәсән ҡыҙынаҠәҙерле һәм яратҡан кешебеҙҙе күркәм юбилейы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ! Ғүмереңдең гүзәл байрамында күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе: ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, донъя ҡыуаныстары, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Тырышлығың, яҡты йөҙөң, изге күңелең һоҡланырлыҡ. Ҡәҙерлебеҙ, иртәләрең - ҡояшлы, килер көндәрең - аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың - яҡты, күңелең тыныс булһын. Мәрхәмәтле, сабыр йөрәгең арыу-талыу белмәһен.

Ҡотло булһын тыуған көнөң,

Матур булып атһын таңдарың.

Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын

Һин үҫтергән һәр бер балаңдың.

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,

Йәшәү дәртле булһын күңелдә.

Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар

Юлдар булһын һиңә ғүмергә.

Бәхет нуры балҡыһын йөҙөңдә,

Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.

Бәрәкәтле матур тормош һиңә,

Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең.

Ҡотлау менән Аҡсулпановтар, Рияновтар.

Стәрлебаш-Өфө.
Читайте нас: