Бәләкәй саҡта ҡыҙ йыш ауырый. «Был бала йәшәмәҫ, ахыры», - тип ҡайғырыша уның ата-әсәһе. Ваҡыт үтеү менән ҡыҙ шәбәйеп китә, ҡасандыр ауырыған ҡыҙамыҡты иҫәпләмәгәндә, үҙенең башҡа сирҙәрен иҫләмәй ҙә.
Минзиә бәләкәй кәүҙәле, ҡыҫҡа буйлы була, шуға күрә мәктәпкә барырға ваҡыт еткәс, уға оҙаҡ ҡына мәктәп формаһын таба алмайҙар. Ул бер нисә тапҡыр әсәһе менән Биби апай эшләгән таш магазинға бара, әммә файҙаһыҙ. Бер күлдәк уға киң, икенсеһе оҙон, өсөнсөһө ҙур була. Һатыусы ярҙамы менән, бихисап күлдәктәр араһынан береһен һайлап алалар, әммә, уны барыбер ҡыҫҡартып, тарайтып тегергә тура килә.
- Ҡыҙым, һин шундай бәләкәй бармаҡтарың менән нисек ҡәләм тоторһоң икән, - тип йәлләй ҡыҙҙы Биби апай. Ул уға туған тейешле кеше килеп сыға һәм бик изге күңелле, алсаҡ, ярҙамсыл була.
- Бала саҡта минең Светлана - Әлфиә исемле (бына шундай ике исемле) яҡын әхирәтем бар ине, - тип һөйләй Минзиә апай. - Бер ваҡыт беҙ уның менән Ҡарағошҡа киттек. Тышта әсе, зәһәр һыуыҡ ҡыш айы ине. Әхирәтем - буйсан. Ә мин уның янында «Сәкүшкә» хәтле генә булып торам. Ҡарағоштоң ҡатын-ҡыҙҙары шунда уҡ: «Ниңә ошондай һыуыҡта һеңлеңде эйәртеп йөрөйһөң?» - тип әхирәтемде әрләп тә алдылар. Һәр ваҡыт мине яҡлап йөрөүсе Светлана был юлы ла юғалып ҡалманы. Үҙенең туғандарына индереп, баллап эҫе сәй менән һыйланы. Уның йәнәшәһендә һәр ваҡыт үҙемде яҡлаулы, һаҡлаулы тоям. Бергә үҫкән, бергә шишмә һыуҙарын эскән әхирәтем менән, Алла бирһә, оҙаҡ йылдар дуҫ булып ҡалырға яҙһын.
Бөгөн Минзиә апай йыш ҡына апаһы менән төшкән фотоһүрәттәрен ҡулына ала.
- Фотола минең күҙҙәрем ҙур, тере, хатта янып тора, - тип уртаҡлаша ул, - шуға күрә лә күрше Йәүҙәт ағай мине «Тоҙ күҙ» тип атағандыр инде. Был сағыштырыуға үпкәләмәйем, тимәк, ысынлап та, үткер ҡыҙ булғанмын. Ә бына Ринат ағай Шиһапов мине «Ғәшиә ҡарсыҡ» тип йөрөттө, сөнки атайымдың өләсәһе Ғәшиә лә минең кеүек ҡыҫҡа буйлы, бәләкәй генә кәүҙәле булған, атлағанда бер аяғы икенсеһен уҙмай ине, тиҙәр.
Минзиәнең ата-әсәһе - ябай ауыл кешеләре, ғүмер буйына атаһы - колхозда малсылыҡта, әсәһе - һауынсы булып эшләй. Уларҙың дүрт балаһын, күберәк, өләсәйҙәре тәрбиәләй, улар ышаныслы ҡанат аҫтында үҫә. Өләсәйҙәре Фатима көслө рухлы, бик изге күңелле кеше була. Һүҙендә тора белә, һәр ваҡыт вәғәҙә иткәндәрен үтәй һәм ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙана. Ҡайҙалыр ҡунаҡҡа киткәндә, ауылдаштары тап уға үҙҙәренең мал-тыуарын һәм йортон ышанып ҡалдыра.
Уның ата-әсәһенең бала һәм үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә.
- Сабый ваҡыты аслыҡ менән көйҙөрөлгән атайым үлән (балтырған, кесерткән) аштарын күрә алмай ине. «Хоҙай хаҡына, ашҡа үлән һалмағыҙ әле, мин уларҙы һуғыш йылдарында ғүмер буйына етерлек ашаным», - тип үтенә ул.
Ул ифрат егәрле, тынғыһыҙ, яуаплы һәм ярҙамсыл була. Ата-әсәһе балаларын бәләкәйҙән үк үҙ үрнәгендә хеҙмәтте яратырға, кешеләрҙе ихтирам итергә өйрәтә, үҙҙәре лә ауылдаштары араһында ихтирамлы һәм бик хөрмәтле кешеләр була.
- Беҙҙең ауылда ҡушаматыбыҙ «Йомай» ине, - тип һөйләй Минзиә апай. - Сөнки ата-бабаларыбыҙҙың береһенең исеме Йомадил булған. Мишәрҙәр, Ньютон кеүек, бик ҡыҙыу, ипмульсив, эшлекле, зирәк кешеләр. Бәлки Ньютон да мишәр булғандыр? Ҡарт олатайым Ғәлиәхмәт, Ырымбур өлкәһенән ит ташып, «мясник» ҡушаматын алған. Ул бик бай булмаһа ла, хәлле, асҡа интекмәйенсә йәшәгән.
- Үҙемдең бәләкәй буйым арҡаһында физкультура дәрестәрендә мин һәр ваҡыт сафта иң һуңғыһы булып стройҙы «замыкать» итеп йөрөнөм, - тип дауам итте һүҙен әңгәмәсем. -Салауат педучилищеһына, Башҡорт дәүләт педагогия институтына ла беренсе ынтылыштан уҡырға индем, фән нигеҙҙәрен тырышып өйрәндем, уҡыу йорттарын уңышлы тамамланым.
Училищены тамамлағас Хәлекәй мәктәбендә ысынлашып, ең һыҙғанып эшкә тотондом. Мәктәптә ике дипломға эйә булған уҡытыусының эшләүе нур өҫтөнә нур, ти торғайнылар.
Ғүмеремдең иң эшлекле йылдарын Өфөлә үткәрҙем. Сәйәхәт итергә яратам. Оҙон юлдарға бай ғүмеремдә Кушка, Свердловск (Екатеринбург), Пермь, Санк-Петербург, Мәскәү, Ырымбур, Ташкент, Әстерхан, Ҡарағанда, Евпатория, Минеральные Воды кеүек ҡалаларҙа булдым.
Минзиәнең тормош юлы ябай булмай. 1981 йылда кейәүгә сыға. Әммә, бәхетле ғүмер кисерергә насип булмай, улар айырылыша. Минзиә был хәлде бик ауыр кисерә. Ваҡыт үтә тора, күңел яралары төҙәлә. Икенсе никахта Джумабек менән 12 йыл матур, сәғәҙәтле ғүмер кисерәләр. Әлеге ваҡытта ул мәрхүм инде, яман шеш сиренән вафат булған.
- Мин үҙемде тормошта юл ярып барыр көскә эйә ҡатын тип иҫәпләйем, - ти Минзиә апай. - Балаларыма яҡшы үрнәк булырға тырыштым. Шөкөр, улар әҙәпле, лайыҡлы кешеләр булып үҫте. Бик татыу йәшәйҙәр. Балаларым араһына салауат күперенә тиң гүзәл күперҙәр һалдым, гел дуҫлаштырып торам. Улар аталарын ғәйепләп, бер ҡасан да һүҙ сығарманылар.
Минзиә апай уҡытыусы булһа ла, йәшәр өсөн уға сауҙа эше менән шөғөлләнергә тура килә. Һуған-һарымһаҡ, кипкән емештәр, ҡауын-ҡарбуз һата. Ваҡыты шундай була, педагогик белеме була тороп та, сауҙа эшенә тотонорға тура килә. Әйтергә кәрәк, шул ваҡытта күптәр шулай эшләй. Ул ғына ла түгел, ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт таба.
Борон-борондан килгән тарих менән төптән ҡыҙыҡһына башлай. Өлкәндәрҙән һөйләтеп, бөртөкләп иҫтәлектәр йыйып, ҡуйын дәфтәренә теркәй. Был хәтирәләрҙең күбеһе уның «Тамырҙар» китабында» сағылыш тапҡан, ҡайһы берҙәре үҙ ваҡытын көтә. Был Мәғзүр ағай Рысаев, Риф ағай Исхаков, Вәкил ағай Фәхретдинов һәм башҡалар һөйләгән тарихи мәғлүмәттәр һәм факттар Башҡортостанда һәм Татарстанда йәшәгән дуҫтарына ла бүләк итерлек тағы бер китап сығарыу хыялы менән янып йәшәй. Музей асыу теләге лә бар. Тыуған ауылын бик ярата, киләсәктә бында йәштәрҙең күпләп йәшәргә ҡалыуын теләй.
Ул төрлө яҡлап үҫешкән ханым. Китаптар ғына сығарып ҡалмай, тыуған яғы, ауылдаштары тураһында район гәзитенә мәҡәләләр яҙа, кешеләр менән аралашырға ярата, дингә бирелгән ябай ғына нимәләргә лә һөйөнә белә. Бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайҙың тыуған ауылы Ҡырлайҙы барып күреүе менән бәхетле. 2015 йылда уға Бөтә донъя татар ҡатын-ҡыҙҙар конгресында ҡатнашыу бәхете тейә. Гармунда уйнай, байрамдар ойошторорға ярата. Районда беренселәрҙән булып 1997 йылда Баҡса ауылының - 70, 2017 йылда 90 йыллығын үткәреүҙе ойошторған. Шишмәләрҙе таҙартыу, зыяратты ихаталау кеүек барлыҡ сараларҙа ҡатнаша. 2018 йылда «Ислам нуры» мәсетендә уҡып, ғәрәп телен өйрәнгән. Быйыл да уҡыуын дауам итергә йыйына. Ҡөрьән сүрәләре уҡый.
... Салауат педучилищеһында уҡығанда курсташтарым: «Минзиә һин - SOS!», тиҙәр ине. «Минзиә - аккумулятор», «Бәләкәй генә Минзиә - күпме кешегә командир», тип әйтеүселәр ҙә булды.
... 5 августа Минзиә Мөҙәрис ҡыҙына 60 йәш тулды, әммә уның етеҙлегенә, ҙур пландар ҡороп йәшәүенә һоҡланырға ғына мөмкин.